05:09 (UTC+5), 22 Декабря 2010

Башҡортостанда киҫкен вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемия сигенән түбән булып ҡала

Әлфиә Әһлиуллина
Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыу кимәле Башҡортостанда уҙған аҙна менән сағыштырғанда элекке кимәлдә ҡалған. Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы белгестәре уның бик аҙға ғына күтәрелеүен билдәләй - 0,2%. Ауырыу эпидемия кимәленән түбән булып ҡала. 13-19 декабрҙә 19 меңдән күберәк кешенең вируслы инфекция менән сирләүе теркәлгән.
Өфөлә был осорҙа киҫкен вируслы инфекция менән 5,2 меңдән ашыу кеше ауырый башлаған. Был уҙған аҙна күрһәткестәренә ҡарата 3 процентҡа юғарыраҡ. Дөйөм алғанда Өфө халҡының вируслы инфекция менән ауырыуы эпидемия сигенән 9 процентҡа түбәнерәк.
Лаборатор мониторингынан асыҡланыуынса, республикала элеккесә был осорға хас булған парагрипп вирустары өҫтөнлөк итә (тикшереү үткән кешеләрҙең 11,5%). Гриптың миҙгел вирустары, шулай уҡ пандемик грипп вирусы табылмаған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика