12:00 (UTC+5), 21 Декабря 2010

Социаль шыршылар Өфөлә балаларға шатлыҡ бүләк итәсәк

Руфина Хананова
Республиканың баш ҡалаһында аҙ тәьмин ителгән күп балалары ғаиләләр, социаль приют тәрбиәләнеүселәре, имен булмаған ғаиләләр, инвалид балалар өсөн социаль шыршы байрамдары үтәсәк. Был матур йоланы Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы һаҡлай.
— Быйыл ете Яңы йыл тамашаһы планлаштырылған, улар 24 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында, 25 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында, 29 декабрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтәсәк, - тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы баш белгесе Эльза Хангирова. — Инвалид балалар өсөн айырым сара планлаштырылған, ул 25 декабрҙә 14 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Райондарҙың комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре шыршы байрамына килә алған 388 балаға, шулай уҡ ике һәм унан күберәк инвалид балаһы булған ғаиләләргә Яңы йыл әкиәте бүләк итәсәк.
Өҫтәп үтәйек, йыл һайын социаль Яңы йыл тантаналарында ҡатнашҡан балалар һаны арта бара. Быйыл бындай сараларҙа 3200-ҙән ашыу бала ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика