06:45 (UTC+5), 21 Декабря 2010

Льготниктар социаль хеҙмәтләндереүҙәр пакеты алыуҙы яңырта ала

Әлфиә Әһлиуллина
2011 йылдың 1 ғинуарынан федераль льготниктар өсөн бушлай дарыуҙар һәм санаторийға путевкалар алыу ике өлөшкә бүленде. Бушлай дарыу алыуға һәм санаторийҙа дауаланыуға (был ике статья бер финанс юлында алынды) хоҡуғын үҙендә ҡалдырыусы граждандар категорияһы 2011 йылдың беренсе кварталында, дарыу алыуға хоҡуҡты һаҡлап, путевканан баш тарта ала. Бының өсөн 2011 йылдың 1 апреленә тиклем Пенсия фондының төбәк органдарына ғариза бирергә кәрәк.
Рәсәй Федерацияһының 345-се «Дәүләт социаль ярҙамы тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль законына тейешле төҙәтмәләр индерелде. Был турала видеоконференция режимында дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса федераль селектор кәңәшмәһендә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова хәбәр итте.
Башҡортостандан видеоселекторҙа БР Хөкүмәте Аппаратының һаулыҡ һаҡлау, социаль үҫеш һәм административ органдар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Динар Вәлиуллин, БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев, Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса Территориаль органы етәксеһе Салауат Дауытов, «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Минзәлә Ғәлиева ҡатнашты.
Федераль регистрҙың төбәк сегменты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2010 йылдың 10 декабренә ҡарата Башҡортостанда дәүләт социаль ярҙамы алыу хоҡуғына эйә булған граждандар һаны 96528 кеше тәшкил итте. 2010 йылға дөйөм финанслау күләме 810865,3 мең һум тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика