Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
16 Декабря 2010, 12:30
Өфөлә «Байыҡ-2010» телевизион конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ
18 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында башҡорт бейеүен айырым башҡарыусылар араһында III «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты үтәсәк. Унда 41 финалға сығыусы һәм саҡырылған ҡунаҡтар - Хакасия, Ҡалмыҡстан, Бүрәт Республикаһы һәм Осетияның бейеү коллективтары һәм бейеүселәре ҡатнашасаҡ.
Өҫтәп үтәйек, «Байыҡ» бейеү оҫталығы телевизион конкурсы йыл дауамында барҙы. Унда йөҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Уларҙың оҫталығын абруйлы жюри – Фәнүзә Нәҙершина, Радмир Бәҙретдинов, Наилә Сәфәрғолова, Филүс Ҡазаҡбаев, Азамат Кәримов баһаланы.
Конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы менән 2008 йылдан бирле үткәрелеп килә.
Автор:
Әлфиә Әһлиуллина
Теги:
конкурстар
Читайте нас