Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
+0.46
90.71
+0.61
65.39
+0.86
16+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2010, 09:01
Рөстәм Хәмитов Фәриҙә Ҡудашева иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында Указ сығарҙы
Башҡортостанда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашеваның иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырын башҡарыусылар фестиваленә Фәриҙә Ҡудашева исемен бирергә, уның тормошо һәм ижады менән бәйле материалдарҙан дәүләт аудио-видеоархивы төҙөргә, йырсының тормошо һәм ижады хаҡында “Алтын фонд” аудио-видеопродукцияһы серияһын һәм документаль фильм сығарырға, Шишмә районының Келәш ауылында Фәриҙә Ҡудашеваның йорт музейын ойошторорға, 16 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йырсының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үткәрергә, Ф. Ҡудашева йәшәгән Өфөнөң Октябрь революцияһы урамындағы 9-сы йортта йырсының барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйырға, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Өфө ҡалаһы ҡала округы Советына Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә, Шишмә районы муниципаль район Советына – Шишмә эшселәр ҡасабаһы урамдарының береһенә Фәриҙә Ҡудашеваның исемен бирергә, Шишмә районы хакимиәтенә йырсының исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндерергә тәҡдим ителде.
Указдың үтәлешенә контроль БР Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.
Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты указы
Читайте нас: