05:40 (UTC+5), 15 Декабря 2010

Рәсәйҙең иң матур мәсетен ике-өс йылдан төҙөп бөтөргә планлаштыралар

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәйҙәге иң матур мәсет булырға тейешле Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы собор мәсетен ике-өс йыл эсендә төҙөп бөтөргә планлаштыралар. Был турала дүшәмбе көндө кисен Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһы каналында тура эфирҙа барған «Осраҡлы булмаған кешеләр» телетапшырыуында БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков хәбәр итте.
Октябрь проспектында «Миҙгел» магазины янындағы мәсет төҙөлөшө менән бәйле йәнә бер оло проектҡа килгәндә, уны ғәмәлгә ашырыу билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙылыр, моғайын.
— Был мәсет төҙөлөшө буйынса Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты менән Өфө хакимиәте әллә ҡасандан бирле һөйләшеүҙәр алып бара, — тип аңлатма бирә Вячеслав Пятков. – Әммә әлегә был проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты тураһында аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтеп булмай. Был тәү сиратта ғибәҙәт йорто төҙөлөшө өсөн талап ителәсәк ҙур күләмдәге финанс һалыуҙар менән бәйле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика