06:10 (UTC+5), 15 Декабря 2010

Октябрьскийҙың джаз-ансамбле Европа ҡалаларына саҡырылған

Мөсәүир Камалетдинов
Октябрьский ҡалаһынан «Джайв» джаз-ансамбле Санкт-Петербургта балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалендә - «Тылсымлы феерия» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты. Дүрт йөҙҙән ашыу ҡатнашыусылар араһында яҡташтарыбыҙ һынатманы. Ансамбль - I дәрәжәләге лауреат, ә солист Аида Әхмәрова III дәрәжәләге дипломант исемен яуланы. Йәнә «Джайв» «Тылсымлы феерия»ның Прага, Вена, Дрезден һәм Италияла үтәсәк халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашыуға саҡырыу алды. Конкурста ҡатнашыуҙан тыш йәштәр экскурсияларҙа йөрөнө, төньяҡ баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында булды һәм тыуған ергә онотолмаҫ хәтирәләр менән ҡайтты. Еңеүле сәфәр ҡала хакимиәте округы, бағыусылар, балаларҙың ата-әсәләре ярҙамында ойошторолдо, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика