11:29 (UTC+5), 13 Декабря 2010

Иглин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең Контроль-иҫәп палатаһы тикшереүенә ҡаршылашыуы енәйәт эшен асыуға этәрҙе

Ольга Мортазина
Контроль-иҫәп палатаһы мөрәжәғәте буйынса РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығында «вазифаһын саманан тыш файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мөрәжәғәттә, Иглин районы хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре 1-9 ноябрҙә үткән тикшереү үткәреүгә һәр төрлө ҡамасаулыҡ ҡылды, тиелә. Иглин чиновниктары комиссияға бюджетты үтәү буйынса документтар биреүҙән баш тарта, тикшереүселәрҙе хакимиәт һәм финанс идаралығы биналарына үткәрмәй.
— Енәйәт эше факт буйынса асылған, ғәйепләнеүселәр тикшереү барышында билдәләнәсәк, - тип хәбәр итте Рәсәй Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы матбуғат секретары Светлана Абрамова. — Яуаплылар асыҡланғас, уларға ғәйепләү белдереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика