11:55 (UTC+5), 13 Декабрь 2010

Башҡортостандың иң яҡшы йәш техниктары олимпиадала ҡатнашыу өсөн Өфөлә йыйыла

Эльмира Сабирова
Өфөлә, Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәгендә, 14 декабрҙә өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары араһында VI фәнни-техник олимпиада старт ала. Интеллектуаль марафонда 80-гә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр дүрт йүнәлеш буйынса билдәләнәсәк: конструкция ҡороу, электроника, ҡулланма физика, уйлап табыу мәсьәләләрен хәл итеү. Олимпиада сиктәрендә йәш техниктарға яҙма эш эшләргә, фән һәм техниканың тарихы һәм үҫеше буйынса лекция менән сығыш яһарға, эксперттар һорауҙарына яуап бирергә тура киләсәк.
Үҙенең номинацияһында беренсе урын алған техниктар билдәле темаға эссе яҙырға тейеш буласаҡ. Ижади конкурс һөҙөмтәләре буйынса компетентлы жюри Гран-при эйәһен билдәләйәсәк, ул артабан «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам өсөн премия билдәләүгә күрһәтеләсәк.
«Башинформ» агентлығына Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, олимпиада техник берекмәләр уҡыусыларының техник әҙерлеген һәм дөйөм эрудицияһын камиллаштырыуға, егеттәрҙең ижади һәләттәрен һәм ғәмәли оҫталығын арттырыуға, һәләтле балаларҙы асыҡлауға һәм ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика