10:30 (UTC+5), 10 Декабря 2010

Уҡытыусылар яңы йылда 18 процент өҫтәмәгә иҫәп тота ала

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан уҡытыусыларының эш хаҡы 2011 йылда 18 процентҡа артыуы ихтимал. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында республика мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, өс йылда педагогтарҙың килеме бер ярым тапҡырға артһын өсөн 2012 һәм 2013 йылдарҙа ла эш хаҡын ошондай уҡ күләмдәрҙә арттырыу планлаштырылған.
— Социаль йүнәлештәге сәйәсәт мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең матди хәлен яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк, — тине Владимир Аристархов. — Киләһе йылдарҙа шулай уҡ йәш уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттары ла яҡшыртыласаҡ. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 2011 йылда – 17 миллион һум самаһы, 2012 – 30 миллиондан ашыу, 2013 йылда 50 миллион һумдан ашыу аҡса бүлергә планлаштырыла.
Владимир Аристархов билдәләүенсә, йәш педагогтарға социаль ярҙам күрһәтеү өсөн республикала яңы грант системаһы ла эшләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика