12:13 (UTC+5), 10 Декабря 2010

Белоретта Ватан Геройҙарын тәбрикләнеләр

Ольга Колесникова
Көн элгәре Белоретта Ватан Геройҙарын тәбрикләнеләр. Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинованы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары Ғайсар Аҫылғужин менән Татьяна Немкованы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Кусакин шәхсән үҙе байрам менән ҡотланы. Ул хеҙмәт батырлығы, Белореттың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн герой-хеҙмәтсәндәргә рәхмәтен белдерҙе.
— Һеҙҙең производстволағы юғары уңыштарығыҙ һәм ҡаҙаныштарығыҙ юғары дәүләт наградалары менән лайыҡлы баһаланған. Һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Һеҙҙең тормошоғоҙ һәр ваҡыт Белорет халҡының һәр быуыны өсөн үрнәк буласаҡ, - тип билдәләне ул.
Йола буйынса тыуған райондан ситтә йәшәгән яҡташ геройҙарға Белорет халҡы исеменән ҡотлау телеграммалары ебәрелде. Уларҙы ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Һарытауҙа йәшәгән Советтар Союзы Геройы Иван Оглоблин, һәм Пермдә йәшәгән Рәсәй Геройы Дмитрий Плотников, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йәшәгән Рәсәй Геройы, һынаусы летчик Вячеслав Аверьянов алды.
Белешмә өсөн. Белорет районы – ун өс Советтар Союзы Геройының, ике Рәсәй Геройының, бер Дан орденының тулы кавалерының, ике Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерының, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройының, дүрт Социалистик Хеҙмәт Геройының тыуған ере.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика