04:41 (UTC+5), 09 Декабря 2010

Башҡортостан Сочиҙағы Олимпиада өсөн волонтерҙар әҙерләйәсәк

Эльмира Сабирова
Башҡорт дәүләт медицина университеты — 2014 йылда Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпия уйындары өсөн волонтерҙар әҙерләү үҙәктәре ойоштороу хоҡуғына юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары араһында конкурс еңеүселәре иҫәбендә. Мәғлүм булыуынса, конкурсты Рәсәй Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә «Сочи 2014» Ойоштороу комитеты үткәрә. Әйтергә кәрәк, БДМУ етди конкуренцияла еңеп сыҡты. Ярышта илдең 100-ҙән ашыу юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары ҡатнашты. 23 субъекттан 26 уҡыу йорто еңеүсе булды. Волга буйы федераль округынан заявка биргән юғары уҡыу йорттары араһында ике вуз ғына — БДМУ һәм А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан дәүләт техник университеты еңеүгә өлгәште.
Сочиҙа эшләү өсөн волонтерҙар йыйыу 2012 йылда башлана, һайлап алыу һәм уҡытыу — 2012-2013 йылдарҙа.
«Рәсәйҙең волонтер үҙәктәре» конкурсы 11 йүнәлеш буйынса үткәрелде: «Транспорт», «Медицина», «Допинг-контроль», «Делегацияларҙы һәм командаларҙы хеҙмәтләндереү, протокол, лингвистик хеҙмәтләндереүҙәр», «Технологиялар», «Тантаналар», «Коммуникациялар һәм матбуғат», «Административ эшмәкәрлек һәм аккредитация», «Сервис», «Сараларҙы хеҙмәтләндереү һәм тамашасылар менән эш», «Паралимпия спецификаһы». Башҡорт дәүләт медуниверситеты «Медицина» номинацияһында еңде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика