09:45 (UTC+5), 08 Декабря 2010

Мәктәптәрҙең ҡаҙаныштары хаҡында бөтә илгә һөйләргә мөмкин

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы 2010 йылда Рәсәй мәктәбе тормошонда булған мөһим ваҡиға тураһында иң яҡшы хикәйәгә конкурс иғлан итте. Был турала Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы матбуғат үҙәге хәбәр итә.
Конкурста уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, ҡыҙыҡһынған йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша ала.
Хикәйә темаһы булып мәктәп өсөн мөһим булған төрлө ваҡиға тора ала — уҡыу процесындағы яңылыҡ, конкурс, фестиваль, быйыл айырыуса ҡыҙыҡлы үткән һәм ошо йылдан башлап традиционға әйләнгән байрам. 2010 йылда ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары ла булыуы мөмкин. Уҡыу процесын күпкә мауыҡтырғысыраҡ яһаған мәктәпте техник йыһазландырыу хаҡында ла бәйән итергә мөмкин.
«Иң яҡшы очерктар Рәсәйҙең яңылыҡтар порталдарында баҫыласаҡ», — тиелә белдереүҙә.
Конкурста ҡатнашыуға заявка биреү өсөн http://e-generator.ru сайтында «автор» булараҡ теркәлергә кәрәк. Шулай уҡ үҙ хикәйәңде konkurs@e-generator.ru почтаһына «Мәктәп тураһында иң яҡшы хикәйә» билдәһе менән ебәрергә мөмкин. Үҙ исемеңде һәм бәйләнеш мәғлүмәттәрен күрһәтергә кәрәк. Конкурсҡа эштәр 2010 йылдың 13 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Техник талаптар: хикәйәнең күләме 1500 символдан артмаҫҡа тейеш, тексҡа jpg, gif форматтарында һүрәттәр һәм фотографиялар өҫтәргә мөмкин.
Факттарҙың дөрөҫлөккә тап килеүе һәм хикәйәнең художество ҡиммәте баһаланасаҡ. Конкурста еңеүселәр беренсе урын өсөн – 15000 һум, икенсе өсөн – 10000, өсөнсө урын өсөн 5000 һум аҡса менән дәртләндереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика