04:46 (UTC+5), 08 Декабря 2010

Халыҡ менән бәйләнештә - эске эштәр министры

Анжелика Ғиззәтуллина
Шишәмбе, 14 декабрҙә, «Версия Башкортостана» гәзите мөхәрририәтендә сираттағы «ҡыҙыу линия» ойоштороласаҡ.
15 сәғәттән 17-гә тиклем уҡыусылар һорауҙарына (8-347) 272-79-16 телефоны аша БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин яуап бирәсәк. Яуаптар «Версия»ның 17 декабрҙәге һанында донъя күрәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика. Юристар һәм һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәренең халыҡ менән аралашыуы айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе үткәрелә.
«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәрҙең географияһы киң, ул бигерәк тә бушлай юридик ярҙам табыуы ҡыйын булған райондар халҡы өсөн уңай.
Юристар уҡыусылар менән туранан-тура аралашҡанда бик күп һорауҙар бирелә. Кешеләр йәнә үҙ һорауын гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрә ала, купон, ҡағиҙә булараҡ, гәзиттең 15-се битендә бирелә. Компетентлы кешенең ҡултамғаһы менән яуап икенсе даими рубрикала – “Һеҙҙең хоҡуҡ” битендә баҫылып сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика