Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2010, 16:23
Күмертауҙа иң яҡшы таҡмаҡ башҡарыусыларҙы билдәләйәсәктәр
Күмертауҙа башҡортса таҡмаҡтарҙы иң яҡшы башҡарыусыларҙы билдәләйәсәктәр. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Велмир Аҙнаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 11 декабрҙә был ҡалала «Дуҫлыҡ» Республика мәҙәни-методик үҙәге базаһында «Таҡмаҡ әйтеш» бәйгеһе үтәсәк. Был сараны ойоштороусылар иҫәбендә – БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм БР Мәҙәниәт министрлығы.
Бындай конкурстар республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында даими үткәрелеп килә. Таҡмаҡ башҡорт халыҡ ижадында үҙ йөкмәткеһе һәм башҡарыу стиле буйынса иң тапҡыр, демократик жанр булып иҫәпләнә. Бындай фестивалдәрҙә, ҡағиҙә булараҡ, төрлө йәштәге һәләтле башҡарыусылар һәм таҡмаҡ ижад итеүселәр ҡатнаша.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
таҡмаҡтар
конкурстар
күмертау
Читайте нас: