04:05 (UTC+5), 07 Декабря 2010

Башҡортостан социаль карта ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша

"Башинформ"
6 декабрҙә Өфөгә Башҡортостандың социаль карта ҡулланыу тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Бурятиянан делегация килде.
Бурятия Республикаһының иҡтисад министры урынбаҫары Анатолий Самитин етәкселек иткән делегация Башҡортостандың Социаль картаһын сығарыу механизмы һәм “Башҡортостан социаль карталар регистры” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Берҙәм регистратура эше менән танышты.
Бында республика ҡунаҡтарына универсаль электрон карта ярҙамында дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү буйынса порталдың пилот проекты һәм Вәкәләтле ойошманың инфокиоскыларында һәм ҡатнашыусы банк банкоматында социаль карта ҡушымталарының эше тәҡдим ителде. Картаға һалым, Рәсәй Пенсия фонды, Эске эштәр министрлығы (банкомат аша түләү), Росреестр ҡушымталары һәм табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу инә.
Республика ҡунаҡтарына халыҡты социаль яҡлау территориаль органында “Башҡортостандың социаль картаһы” проекты буйынса хеҙмәттәр (анкета-заявкалар ҡабул итеү һәм социаль карталар биреү) күрһәтелде, ә ҡала дауаханаларының береһендә (46-сы поликлиникала) улар регистратура, врач һәм провизорҙың автоматлаштырылған эш урынында Башҡортостандың социаль картаһы эше менән танышты.
Бурятия Республикаһы вәкилдәре шулай уҡ Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фондында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика