07:57 (UTC+5), 06 Декабря 2010

Өфө Роберт Бош фонды программаһында ҡатнашыуға дәғүә итә

"Башинформ"
Өфө Рәсәй Федерацияһында Роберт Бош исемендәге фондтың «Мәҙәниәт өлкәһендә менеджерҙар» программаһында ҡатнашыуға кандидаттарҙың береһе булараҡ ҡарала.
Программаны ойоштороусылар – Роберт Бош исемендәге фонд һәм Гете исемендәге Немец мәҙәниәт үҙәге. Программаның маҡсаты – Рәсәй мәҙәниәт өлкәһендә Германияның тышҡы сәйәсәтен кәүҙәләндереүсе төбәк селтәрен киңәйтеү, Рәсәй мәҙәниәт вәкилдәренең халыҡ-ара контакттарына булышлыҡ итеү, шулай уҡ стипендиаттарҙы халыҡ-ара мәҙәни алмашыу өлкәһендә етәкселәр роленә әҙерләү.
Әгәр Өфө программала ҡатнашыусы булыуға ирешһә, 2011 йылдың сентябренән Өфөлә Германиянан стипендиат стажировка үтәсәк, уның компетенцияһына муниципаль учреждениелар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында мәҙәниәт өлкәһендә Рәсәй-Германия проекттарын ойоштороу инәсәк. Былтырҙан алып был программала Архангельск, Силәбе һәм Ульяновск ҡатнаша. Башҡортостан баш ҡалаһы менән бер рәттән ҡатнашыуға кандидаттар — Иркутск һәм Ҡазан.
Был программа сиктәрендә шулай уҡ Өфөнөң муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн күп баҫҡыслы «Мәҙәниәт өлкәһендә менеджмент» квалификация күтәреү программаһын үткәреү планлаштырыла. Семинарҙарҙы йылына ике тапҡыр Германиянан эксперттар үткәрәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика