09:09 (UTC+5), 06 Декабря 2010

Башҡортостандағы "Марий ушем" мари мәҙәниәте йәмғиәтенә - 20 йыл

Рәил Мусин
Шаран районында “Марий ушем” мари мәҙәниәте йәмғиәте 20 йыллығын байрам итте.
“Марий ушем” (“Марийҙар союзы”) Йошкар-Ола ҡалаһында I Бөтә мари съезы үткәрелгән 1990 йылда ойошторола. Башҡортостанда ошо йылдың ноябре аҙағында Шаран мариҙары үҙ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен хәл итергә йыйыла. Маҡсаттарға өлгәшеү өсөн “Марий ушем” йәмғиәте ойошторола. Ошо 20 йылда уҡытыусы Александр Асмаев уның етәксеһе булып тора. Әле ул – “Чолман” республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
- Ул йылда беҙ, Бөтә мари съезы ҡарарҙары менән илһамланып, алдыбыҙға байтаҡ бурыстар ҡуйҙыҡ, – тип хәтерләй Александр Акбатырович. – Ул, иң элек, мари халҡының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, быуаттарҙан килгән йолаларҙы өйрәнеү, уларҙы йәштәргә еткереү.
Мари мәҙәниәтенең башҡа район ойошмалары, Мари Эл Республикаһының йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур иғтибар бирелә. Әле райондағы мари халҡы туған телендәге ваҡытлы баҫмаларҙы алдыра, китапханаларҙа милли әҙәбиәт фондтары булдырыла, клубтарҙа, учреждениеларҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында йәш быуын мари халҡының иң яҡшы традицияларында тәрбиәләнә. Шулай уҡ мариҙарҙың урындағы үҙидарала ҡатнашыуы, дини тормошто тергеҙеү, мари ауылдарын төҙөкләндереү һәм үҫтереү мәсьәләләре лә “Марий ушем” йәмғиәте мәнфәғәттәре даирәһенә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика