05:17 (UTC+5), 03 Декабря 2010

Республика Хәрби Дан музейында «Афған һуғышы шаңдауы» экспозицияһы әҙерләнә

Руслан Гостенов
Республика Хәрби Дан музейында Афғанстан Республикаһында хеҙмәт иткән һалдаттарға арналған «Афған һуғышы» экспозицияһы әҙерләнә.
Ун йыл дауам иткән һуғышта Советтар Союзы 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты, Афғанстанға Башҡортостандан 9,5 мең самаһы хәрби хеҙмәткәр йүнәлтелгән, шуларҙың 334 кеше һәләк булған, алтыһы хәбәрһеҙ юғалған. Экспозиция булдырыу идеяһы «Ғаилә» сауҙа үҙәгендә өс быуын һалдаттарыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышында, Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашыусылар күрһәтелгән фотокүргәҙмә асылғанда тыуа. Был проект Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы бүлексәһе ҡатнашлығында Республика Хәрби Дан музейы менән бойомға ашырыла.
Экспозицияла документаль һәм фотоматериалдарҙы, диорама, Афғанстан һуғышы ветерандарының шәхси әйберҙәрен һәм атыу ҡоралдарын күрһәтеү планлаштырыла. Материалдар туплағанда ветерандарҙың үҙҙәренең дә ҡатнашыуы талап ителә. Музей коллективы үҙенең фондына Афған һуғышы менән бәйле предметтарҙы, Афғанстан Демократик Республикаһының наградаларын, айырыу билдәләрен, орден-миҙалдар, фотографиялар, гәзиттәрҙән ҡырҡып алынған статьялар, Афғанстан сувенирҙарын, документтар, китаптарҙы, ғөмүмән, шундағы ваҡиғалар менән бәйле бөтә әйберҙәрҙе ҙур шатлыҡ менән ҡабул итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика