09:59 (UTC+5), 02 Декабря 2010

Башҡортостан халҡы «Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында» закон проекты буйынса интернетта фекер алыша ала

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың һәр кешеһе «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» закон проектына тәнҡитле иҫкәрмә йәки комментарий ҡалдыра ала. Уның тексы РФ Президенты ҡушыуы буйынса шаршамбы, 1 декабрҙә, zakonoproekt2010.ru сайтында урынлаштырылды. Закон проектын тикшереү 2011 йылдың 1 февраленә тиклем дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге тапҡыр яңы әҙерләнгән документ ағымдағы йылдың майында Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында баҫылып сыҡҡайны. Ярты йыл дауамында Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында, Йәмәғәт Палатаһында, Федерация Советында, Дәүләт Думаһында, Рәсәй Ректорҙар союзында уның буйынса фекер алышыуҙар барҙы. Унда, башлыса, мәғариф берләшмәһе ҡатнашты. Был эш һөҙөмтәһендә текст ярайһы ныҡ эшкәртелде һәм ул хәҙер zakonoproekt2010.ru сайтында киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла, - тиелгән РФ Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика