04:32 (UTC+5), 01 Декабря 2010

«Тамыр» цифрлы форматта эшләй башланы

Евгений Рәхимҡолов
«Тамыр» балалар телерадиоканалы һанлы форматта хәбәр тапшыра башланы. Был турала «Башинформ» агентлығына канал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, «Тамыр»ҙың башҡорт телендәге тапшырыуҙарын әле үк «Уфанет» һәм «Башинформсвязь» кеүек провайдерҙарҙың клиенттары ҡарай ала. Яҡын арала уларға «Кристалл» да ҡушыласаҡ.
Ошо ваҡиға уңайынан 2 декабрҙә Башҡортостанда балалар телевидениеһы көнө иғлан ителгән. Бөтә төп республика телеканалдарында, шулай уҡ «Спутник FM» радиоһы эфирында тапшырыуҙарҙы ололар менән бергә балалар алып барасаҡ. Бынан тыш, киләһе йылдың февраленән «Тамыр» үҙенең тапшырыуҙарын һанлы форматта башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә алып барырға ниәтләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика