05:14 (UTC+5), 01 Декабря 2010

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында 120 мең самаһы бала ҡатнаша

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы үтә. Унда 7-11 класс уҡыусылары – мәктәп олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнаша. Йәмғеһе 120 мең уҡыусы. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының дөйөм мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, мәктәп этабында 5-11 кластарҙан 156 мең самаһы бала ҡатнашҡан. Әйткәндәй, быйыл интеллектуалдар өсөн марафон 21 фән буйынса үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә Рәсәй олимпиадаһы дүрт этаптан тора. Икенсеһе — муниципаль этап быйылғы йылдың 15 декабренә тиклем барасаҡ. Еңеүселәр һәм призерҙар төбәк этабында ҡатнашасаҡ, ул 2011 йылдың 13 ғинуарында башлана. Тәүге дисциплиналар - немец теле, технология һәм физика. Этап 5 февралдә астрономия, әҙәбиәт, физкультура, экономика буйынса олимпиадалар менән тамамлана. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау туры 20 марттан 1 майға тиклем үтәсәк.
Әйтергә кәрәк, йыл һайын «олимпиада» хәрәкәте төбәктә әүҙемерәк үҫешә бара. Әгәр үткән йылдарҙа Башҡортостан бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбе буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инә алмаһа, быйыл 32 еңеүсе һәм призер арҡаһында республика Рәсәй Федерацияһы төбәктәре рейтингында туғыҙынсы урын алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика