12:40 (UTC+5), 01 Декабря 2010

Башҡортостан халҡын эскелектән арындырырға теләйҙәр

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостанда эскелекккә ҡаршы ҙур кампания йәйелдерергә йыйыналар. 4 декабрҙән үк республикала «Айыҡ Башҡортостан» йәмәғәт хәрәкәте эшләй башларға тейеш. Уны ойоштороу буйынса инициатив төркөмгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан урыҫтары Соборы Башҡарма комитеты, «Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзы» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы, шулай уҡ республиканың бер нисә ҡалаһының эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса йәмәғәт ойошмалары — «Айыҡ Сибай», «Айыҡ Ишембай» һәм «Айыҡ Нефтекама» – ярҙам күрһәтте.
«Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтен ойоштороу инициаторҙарының береһе Роберт Дәүләтшин хәбәр итеүенсә, был яңы ойошма күп йылдар йәштәр араһында алкоголь, тәмәке һәм наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнеүсе ғалимдарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерәсәк. Инициатив төркөм ағзалары, алкоголь демографик катастрофаның төп сәбәбе булып тора, тип иҫәпләй һәм республикабыҙ территорияһында был социаль яуызлыҡты бөтөрөргә, бик булмаһа, мөмкин тиклем уның масштабтарын кәметергә ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика