12:17 (UTC+5), 30 Ноября 2010

Ҡала майҙандарында шыршылар ҡуйылды: тиҙҙән Яңы йыл

Гөлназ Тутаева
Яңы йылға тиклем ваҡыт етерлек булһа ла, - әле тағы бер ай ҡалды, ноябрҙең 20-ләрендә Өфө майҙандарында тәүге урман һылыуҡайҙары күренде. Улар ҡала халҡының хәтеренә төшөрә кеүек: тиҙҙән өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да иң яратҡан байрамы - Яңы йыл етә.
Тәүге шыршы ошо арала Орджоникидзе районында, С. Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы (әле ӨДНТУ-ның Йәштәр һарайы) алдында, үҙ урынын алды. Уның бейеклеге – 30 метрҙан ашыу, урман ҡунағы беҙгә Нуриман районынан килтерелгән. Бер нисә көн элек уға төрлө төҫтәге шарҙар эленде, улар төнөн емелдәп яна. Ә бына боҙ ҡаласығын төҙөй башламағандар әле: бығаса һауа торошо ирек бирмәне. Әммә ошо көндәрҙә башланған һыуыҡтар һәм яңы яуған йомшаҡ ҡар "боҙ эштәре оҫталарына" оптимизмға нигеҙ бирә.
Тәбиғи шыршылар шулай уҡ ҡала советы алдында В.И. Ленин исемендәге майҙанда, Конгресс-холл алдындағы майҙанда, Совет майҙанында һәм Калинин районында “Моторҙар эшләүсе” мәҙәниәт һарайы алдында “үҫеп сыҡты”.
Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәшел һылыуҡайҙар ҡаланың балалар өсөн иртәлектәр үткәреү планлаштырылған ҙур мәҙәниәт учреждениелары алдында ла ҡалҡасаҡ. Декабрҙең беренсе көндәрендә бар майҙандарҙы ла - төрлө төҫтәге гирляндалар менән, ә шыршыларҙы уйынсыҡтар һәм шарҙар менән биҙәйәсәктәр.
Бесәй йәки Ҡуян көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса етеп килгән яңы йылдың символы һанала. Был мәҙәк хайуандарҙың фигуралары йола буйынса боҙ ҡаласыҡтарын биҙәйәсәк. Бынан тыш, бик күп ихаталарҙа һырғалаҡтар эшләнәсәк һәм улар янында бәләкәй шыршылар ҡуйыласаҡ.
Һәр ваҡыттағыса, декабрҙә иң яҡшы боҙ скульптураға конкурс менән «Вьюговей» фестивале лә үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика