09:31 (UTC+5), 29 Ноября 2010

1 декабрҙә көндәр һыуытасаҡ

Рәсүл Хәмиҙуллин
Шишәмбе, 30 ноябрҙә, Башҡортостан территорияһына әүҙем көньяҡ циклон яҡынлашасаҡ. Көндөҙ һауа торошо ҡырҡа насараясаҡ. Был турала Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығынан (Башгидромет) хәбәр иттеләр.
Республика райондарының күбеһендә көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, елдең тиҙлеге секундына 22-27 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙы ҡар һырыуы ихтимал. Башгидромет синоптиктары фекеренсә, был күренештәр 1 декабрҙә лә һаҡланасаҡ, атмосфера баҫымы күтәреләсәк.
Бынан тыш, Башҡортостанды һыуыҡ тулҡын ҡаплап аласаҡ. 30 ноябрҙән 1 декабргә ҡарата төндә һауа температураһы төнөн 15-20 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда минус 25 градусҡа тиклем буласаҡ. Көндөҙ нулдән түбән ике-ете градус буласаҡ. 1 декабрҙән 2-һенә ҡарата төндә – минус 20-25 градус.
Иң һыуыҡ төн 3 декабрҙә көтөлә, термометр бағанаһы ул саҡта 25-30 градус һыуыҡҡа, айырым райондарҙа минус 35 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә һауа температураһы яңынан күтәрелә башлаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика