Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.29
-0.21
89.84
-0.3
68.81
-1.32
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2010, 17:26

Иртәгә суд ҡарарҙарын үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

25 ноябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡортостан буйынса төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә суд ҡарарҙарын үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров ҡабул итәсәк.
Ҡабул итеү 15 сәғәттә башлана.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт («Үҙәк баҙар» туҡталышы).
Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Теги:анонс
Читайте нас: