11:01 (UTC+5), 24 Ноября 2010

Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятиелар билдәләнде

Марина Шумилова
Өфөлә, Профсоюздар йортонда, БР Профсоюздар федерацияһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Эш биреүселәр союзы ойошторған “Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс финалында эшләүсе әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған – махсус программалар эшләнгән һәм коллектив договорҙарҙа өҫтәмә социаль гарантиялар ҡаралған – туғыҙ ойошма ҡатнашты.
Конкурсҡа бирелгән материалдарҙы һәм баһалау критерийҙарын тикшереп, комиссия ағзалары еңеүселәрҙе билдәләне. Беренсе урынды ике предприятие — «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Стәрлетамаҡ район-ара элемтә үҙәге, икенсене — «Д.А.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре» һәм «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, өсөнсө урынды «Каустик», «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яуланы.
Конкурс еңеүселәренә иҫтәлекле дипломдар һәм Яңы йыл балалар утренниктарына бушлай билеттар тапшырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика