Республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы VII съезын үткәрҙе һәм Әхтәм Әбүшахмановты өсөнсө срокка рәйес итеп һайланы. Контроль-ревизия комиссияһы етәксеһе итеп Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты уҡытыусыһы Римма Лощенкова һайланды. Шулай уҡ Театр эшмәкәрҙәре союзының төбәк бүлексәһе съезы делегаттары бер йылдан һуң үтәсәк Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы съезына делегаттар һайланы. Унда Әхтәм Әбүшахманов, Салауат драма театры директоры Наилә Байкова һәм БР Дәүләт академия рус драма театры етәксеһе Михаил Рабинович барасаҡ.