12:48 (UTC+5), 22 Ноября 2010

Милиция автопаркы ун ете автомобилгә тулыланды

Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Бөгөн БР буйынса Эске эштәр министрлығында яңы автомобилдәрҙән асҡыстар тапшырыу тантанаһы үткәрелде. Федераль бюджет средстволарына — 11,5 миллион һумға 13 «ГАЗель», өс «Форд», бер «Фиат» һатып алынды. Республиканың эске эштәр министры Игорь Алешин хәбәр итеүенсә, 2010 йылда Башҡортостан милицияһы 117 берәмек автотехника алырға тейеш, шуның 109-ы алынды ла инде.
Ун «ГАЗель» Өфө буйынса Эске эштәр идаралығының Сипайлово бүлеге, Салауат, Ишембай, Ағиҙел, Дәүләкән, Баймаҡ ҡалалары, Әлшәй, Ҡыйғы һәм Көйөргәҙе райондары дежур частарына оҙатылды.
«Форд Фокус» машиналарын БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәт эҙләү идаралығы, финанс-иҡтисад идаралығы һәм медик-санитария часы алды. «Фиат-Дукато» йөк машинаһы Башҡортостан Эске эштәр министрлығының автотехника хужалығына бирелде, һәм өс «ГАЗель» кинология хеҙмәтенә (Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы подразделениеларға) тапшырылды — улар эттәрҙе йөрөтөү өсөн махсус йыһазландырылған.
— Милиционерҙарға йыш ҡына ҡатмарлы заданиеларға эттәр менән сығырға тура килә, ә улар өсөн шарттар булдырырға кәрәк, — тип аңлатты Игорь Алешин. — Махсус техниканы беҙ заявкалар буйынса алабыҙ, кинологтар өсөн машиналарға ла заказ биргәйнек. Хәҙер уларға республиканың алыҫ мөйөштәренә барыу еңелерәк буласаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика