11:17 (UTC+5), 19 Ноября 2010

Өфөнөң иң яҡшы участка милиционеры бүләккә автомобиль алды

Ольга Мортазина
17 ноябрҙә милицияның участка хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәри байрамын билдәләне. Һөнәре буйынса иң яҡшы конкурсы ла ошо көнгә билдәләнгәйне. Быйыл беренсе урын һәм уға тейешле автомобиль Өфө буйынса Эске эштәр идаралығы 5-се милиция бүлегенең өлкән участковыйы милиция майоры Шамил Маликовҡа эләкте. Еңеүгә ул аҡрынлап һәм тайпылышһыҙ яҡынлашты: конкурста өс йыл элек ҡатнаша башланы һәм шунда уҡ өсөнсө урын яуланы. Былтыр икенсе урынға сыҡты, ә быйыл иһә пьедесталдың иң үренә күтәрелде.
Маликовтың эш урыны — баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы милицияның 18-се участка пункты һәм дүрт мең кеше йәшәгән территория. Участковыйға кешеләр йышыраҡ ғаилә һәм йорт проблемаларын: ғауғасыларҙы һәм урамда шаулашҡан йәштәрҙе тынысландырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. «Һәр осраҡта инандырыу менән эш итергә маташам», — тип һөйләй Маликов, — Ләкин әгәр бының ярҙам итмәҫен күрһәм, Законға таянырға тура килә».
— Үҙ участкамда мин барыһын да беләм, — тине Шамил Камил улы. — Күп кешеләр милиция эшенә аңлап ҡарай. Шулай ҙа, минең өсөн иң мөһиме — ғаиләлә аңлауҙары, беҙ, участковыйҙар, йыш ҡына өйгә йоҡларға ғына ҡайтабыҙ бит.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика