04:35 (UTC+5), 18 Ноября 2010

Һунар миҙгелендә Башҡортостанда 2250 ҡабан ауларға рөхсәт ителгән

Сергей Захаров
Башҡортостанда һунар биләмәләрендә ҡабан аулау буйынса өҫтәмә лимит билдәләнгән - 750 баш. Бындай ҡәтғи саралар хайуандар араһында африка тағуны вирусы таралыуына юл ҡуймау өсөн күрелә, сөнки ҡабандар был ҡурҡыныс ауырыуҙы таратыусы төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора.
Төбәк башлығы бойороғона ярашлы, республика буйынса быйылғы көҙгө-ҡышҡы һунар миҙгелендә ҡабан аулауҙың максималь лимиты 2250 баштан артмаҫҡа тейеш.
Һунарға рөхсәт алыуға йәрәбә 2 декабрҙә үткәреләсәк. Һунарсыларҙан ғариза республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында 26 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Белешмә өсөн: Башҡортостанда 10 меңдән ашыу ҡабан иҫәпләнә. Уларҙың иҫәбе ил буйынса иң юғарыларҙың береһе. Уҙған йылда ҡабан аулауға 1500-ҙән ашыу рөхсәт бирелгән. Улар буйынса һунарсылар 880-дән ашыу ҡабан алған, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мабуғат хеҙмәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика