12:45 (UTC+5), 18 Ноября 2010

Өфөлә профессор Ураҡсин иҫтәлегенә ғилми конференция үтте

Ольга Мортазина
Өфөлә, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында академик Зиннур Ураҡсин иҫтәлегенә ғилми конференция үтте. 5 ноябрҙә уға 75 йәш тулған булыр ине.
Форумда Башҡортостандың баш ҡалаһынан, Сибайҙан, Бөрөнән, Ырымбурҙан ғалим-филологтар ҡатнашты. Йәмғеһе ете доклад уҡылды, тип хәбәр итте конференцияны ойоштороусы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәйсә Һаҙыева. Улар академик Ураҡсиндың күп яҡлы эшмәкәрлегенә ҡағылды.
Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Марат Зәйнуллин менән Стәрлетамаҡтан филология фәндәре докторы Кәрим Ишбаев үҙҙәренең сығышын Ураҡсиндың тел ғилеме өлкәһендәге эшмәкәрлегенә арнаны.
Ғалим Әхмәт Сөләймәнов һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев академиктың әҙәби хеҙмәттәрен анализланы — Ураҡсин бер нисә роман һәм повесть авторы.
Ҡатнашыусылар Зиннур Ғәзиз улын ҙур ғалим, яҙыусы, һәләтле ойоштороусы һәм уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ иҫкә алды: тел ғилеме өлкәһендә генә туҡталып ҡалмай, Ураҡсин Президент советында, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетында ла һөҙөмтәле эшләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика