12:00 (UTC+5), 17 Ноября 2010

Марат Латипов: Өйҙәгеләремде петардалар осороуҙан тыям

Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин
Янғын инспекцияһы үтә хәүефле осор булараҡ Яңы йылға әҙерлек башланы. Күп халыҡ ҡатнашасаҡ саралар, бигерәк тә балалар байрамдары үткәреләсәк урындар мотлаҡ тикшереләсәк, тип хәбәр итте БР-ҙың янғын күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. Шулай уҡ ентекле тикшереүҙәр Яңы йыл пиротехникаһын һатыусы сауҙа нөктәләренә ҡағыласаҡ: яраҡлылыҡ ваҡыты ла, һаҡлау шарттары ла, сертификаттарҙың булыу-булмауы ла тикшереләсәк.
— Ҡағиҙә булараҡ, бында 1,2,3 класлы хәүефлелектәге пиротехника хаҡында һүҙ бара , — тине Марат Латипов. — уны ҡулланыу өсөн янғын инспекцияһынан рөхсәт алырға кәрәкмәй. Әммә улар барыбер үтә хәүефле предмет булып ҡала. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Пермдәге «Хромая лошадь» клубындағы янғын бенгаль уттары осҡонан башлана. Тиҙ тоҡанып китеүсе предметтарға эләгеп, улар янғын сығара ала.
БР-ҙың баш янғын инспекторы һүҙҙәренсә, уҙған Яңы йылда петардалар һәм бенгаль уттары осҡондарынан бер нисә ғәҙәттән тыш хәл булған: Учалыла - бесән кәбәне, Нефтекамала — фатир, Белоретта — шәхси йорт, Бишбүләктә кәртә-ҡура янған.
— Мин үҙем бер ҡасан да петардалар осормайым, һәм өйҙәгеләремә лә быны эшләргә бирмәйем, — тип белдерҙе Марат Латипов. — Сөнки бының ни тиклем хәүефле булыуын яҡшы аңлайым.
Өфө ҡалаһының Дәүләт янғын күҙәтеү бүлеге начальнигы Фәрит Абдрахманов әйтеүенсә, көнкүреш пиротехникаһын ҡулланғанда иң мөһиме - инструкцияны теүәл үтәү.
— Мәҫәлән, хәүефһеҙлек өсөн 25 метрҙан да кәм булмаған радиустағы майҙанды бушатырға кәрәк, тип аңлатты Фәрит Ғилметдин улы. – Петарда осорған урындан кешеләргә һәм теләһә-ниндәй предметҡа, шулай уҡ ағастарға шул тиклем ара ҡалдырылырға тейеш. Өҫтәүенә ракеталарҙы вертикаль рәүештә нығытырға кәрәк. Ҡайһы берҙә ҡабы ҡолап, петарданың тура кешеләргә ҡарай атылған осраҡтары була. Әммә тәжрибәм буйынса шуны беләм – был талаптарҙы ҡала шарттарында теүәл үтәү мөмкин түгел. Шуға күрә корпоратив сиктәрендә фейерверк планлаштырһағыҙ, уны үҙ эшен белгән оҫталарҙан заказ биреп эшләтеү яҡшыраҡ.
Әгәр шоу арҡаһында янғын сыҡһа, уның сәбәпсеһен енәйәт статьяһы буйынса эҙәрләү көтә, тип иҫкәртте Абдрахманов.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика