11:00 (UTC+5), 17 Ноябрь 2010

Башҡортостанда янғындарға бик йыш кеше факторы сәбәпсе

Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин
Янғын инспекторҙары көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләнә: был ваҡытта янғындар сәбәбе бер аҙ икенсерәк — мейестәр дөрөҫ файҙаланылмай, электр селтәренә көсөргәнеш арта, тип хәбәр итте БР янғын күҙәтеүе буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов. Мәҫәлән, 2009 йылдың октябренән 2010 йылдың мартына тиклемге осорҙа Башҡортостанда 2620 янғын теркәлгән, уларҙа 230 кеше һәләк булған. 2000 янғын шәхси секторҙа булған. 646 янғын - мейескә ут яғыу арҡаһында, 600 самаһы янғын электр ҡорамалдары арҡаһында сыҡҡан.
Иң күп янғындар Учалы, Дүртөйлө, Баҡалы, Бүздәк, Йылайыр, Салауат, Стәрлебаш райондарында күҙәтелгән.
— Минең иҫәпләүемсә, иң төп сәбәп — кеше факторы, — тип белдерҙе Марат Латипов. — Мейес һәм электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау, ут менән һаҡһыҙ эш итеү – былар барыһы ла иғтибарһыҙлыҡтан, һиҙгерлекте юғалтыуҙан. Күрәһең, был райондарҙа профилактик эштәр тейешле кимәлдә алып барылмай, халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә оноталар. Ә янғын хәүефһеҙлеген пропагандалау муниципалитеттар хакимиәтенең иңендә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика