10:32 (UTC+5), 15 Ноября 2010

Башҡортостандан аҫрауға бала алыусы ғаилә Бөтә Рәсәй ассамблеяһында билдәләнде

Эльмира Сабирова
Белорет районының Инйәр ауылынан аҫрауға бала алыусы Алтыновтар ғаиләһе Мәскәү эргәһендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр ассамблеяһы сиктәрендә «Художестволы ижад» номинацияһында икенсе урын яуланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Алтыновтар — 2009 йылғы республика опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алыусы һәм патронат ғаиләләр конкурсында еңеүселәр. Лут Әхмәтшәриф улы менән Гөлнур Ғималетдин ҡыҙының ете балаһы, шуларҙың дүртәүһен тәрбиәгә алғандар. Үҙ ҡыҙҙары инде үҙ аллы йәшәй, һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Алтыновтар аҫрауға алған балаларҙың иң өлкәненә – 16, кесеһенә алты йәш.
Ижади ассамблеяла Рәсәйҙән 17 ғаилә ҡатнашты. Ижади конкурс йыл һайын “Рәсәй балалары” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үткәрелә. Был сараның маҡсаты — ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға, аҫрауға бала алыусы ғаиләнең ыңғай образын формалаштырыуға, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең берлектәге ижад традицияларын нығытыуға, ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләү тәжрибәһен таратыуға булышлыҡ итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика