Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2010, 09:44

Ашығыс ярҙам граждандар менән аралашыуҙың яңы формаларын индерә

Өфө Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы ҡала халҡы менән аралашыуҙың яңы формаларын индерә. Мәҫәлән, күптән түгел барлыҡҡа килгән 235-94-94 ҡыҙыу линия телефоны һәм баш врачтың интернет ҡабул итеүе менән бер рәттән станцияла медиктарҙың эше тураһында халыҡтың фекерен белешеүҙең телефондан шылтыратып һорау алыу кеүек формаһын ғәмәлгә индерәләр.
Станция белгестәре «03» номеры буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә һорауҙар бирҙе.
Ҡала Ашығыс ярҙам станцияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Олеся Осадчая хәбәр итеүенсә, саҡырыуҙарҙың береһе буйынса ла кешеләр дәғүә белдермәне. Киреһенсә, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр адресына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
— Бындай һорау алыуҙарҙы алдан раҫланған алгоритм буйынса даими рәүештә үткәрергә планлаштырабыҙ. Шулай итеп, беҙ үҙ хеҙмәтебеҙҙең эшен тағы ла һөҙөмтәлерәк яһарға теләйбеҙ, — тине станцияның матбуғат секретары.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: