Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
0
93.38
0
64.73
-0.16
-7 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2010, 11:27

Ноябрь байрамдарында көндәр йонсоу торасаҡ

Ноябрь башындағы байрам көндәрендә йонсоу һауа торошо күҙәтеләсәк. Был турала “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 4 ноябрҙән 7-һенә тиклем республикала ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә.
— Һауа температураһы сағыштырмаса тигеҙ буласаҡ, — тине ул. – Төнөн минус бер градустан дүрт градусҡа тиклем буласаҡ. Көндөҙ – нулдән плюс биш градусҡа тиклем.
Анна Козаева шулай уҡ, Башҡортостанда айҙың уртаһына тиклем ҡар ятыуы көтөлмәй, тип хәбәр итте.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: