Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.84
-0.47
90.88
-0.68
62.51
+0.52
3+ °C
Ясно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
29 Октября 2010, 06:36
Бухгалтерға премияларҙы артыҡ түләгәне өсөн штраф һалына
Өфөнөң Орджоникидзе районында район-ара һалым инспекцияһы бухгалтеры ойошмаға ике миллион һумға яҡын зыян килтерә. Был прокурор тикшереүе барышында асыҡлана. Хәҙерге ваҡытта пенсияла булған белгес 2009 йылдың 1 ғинуарынан 30 апреленә тиклем премия һәм отпуск аҡсаларын артығы менән иҫәпләп сығара.
«Вазифауи бурысын тейешенсә үтәмәү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла, ҡатын үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Суд уға ете мең һум күләмендә штраф формаһында хөкөм сығара, тип хәбәр итә БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәте.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
эш хаҡы
Читайте нас