Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Дождь
Йәмғиәт
27 Октября 2010, 09:07

«Салауат Юлаев» ҡапҡа һаҡсыларының конкуренты барлыҡҡа килде

Өфөгә 28 йәшлек швед голкиперы Эрик Эрсберг килде, ул «Салауат Юлаев» менән миҙгел аҙағына тиклем контрактҡа ҡул ҡуйған. Был турала Рәсәйҙең популяр «Спорт-Экспресс» баҫмаһы хәбәр итә.
Элек Эрсберг Швецияның «ХВ-71» командаһы өсөн уйнаған, ә 2007 йылдан «Лос-Анджелес Кингз» НХЛ клубы системаһында булған.
Мәғлүм булыуынса, «Салауат» был миҙгелдә оборонала бик йомшаҡ уйнай, матч һайын уртаса 3–4-әр шайба үткәрә. Өфө клубы голкиперҙары Виталий Колесник менән Александр Еременконың Швецияның етди конкуренты барлыҡҡа килде, тимәк.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас