Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Дождь
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
22 Октября 2010, 11:05
Башҡортостанда экспорт импорттан 8 тапҡырға күберәк
Башҡортостан таможняһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл туғыҙ айҙа төбәктең тышҡы сауҙа әйләнеше 2,7 миллиард доллар тәшкил итте, шул иҫәптән экспорт — 2,4 миллиард доллар самаһы һәм импорт — 307 миллион. Республикала етештерелгән тауарҙарҙың иң күбе Ҡытайға, Финляндияға, Нидерландыға, Кипрға оҙатылды. Индерелгән тауарҙарҙан күберәге – Ҡытайҙан, Үзбәкстандан, Германиянан. Башҡортостандың бөтәһе 598 предприятиеһы донъяның 92 иле менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр тота.
Йыл башынан алып Башҡортостан таможняһы федераль бюджетҡа 9 миллиард 940 миллион һум аҡса күсерҙе.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
таможня
Читайте нас