Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.09
0
88.7
0
63.75
+0.49
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2010, 18:23

Көҙ Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ буласаҡ

Быйыл көҙ Башҡортостанда мул яуым-төшөм көтөлмәй. Синоптиктар шулай тип күҙаллай. Яҡындағы ике көндә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, дөйөм алғанда иһә октябрь аҙағына тиклем Башгидромет артыҡ яуым-төшөм вәғәҙә итмәй.
Был ваҡыт өсөн йылы һауа торошо йәкшәмбегә тиклем һаҡланасаҡ. Көндөҙ нулдән юғары 4-9 градус йылы булыуы көтөлә. Төнөн термометр бағанаһы минус 2 градусҡа тиклем төшәсәк.
Йәкшәмбе көнө бер аҙ һыуытасаҡ. Төнөн минус 4 градусҡа тиклем булыуы, ҡырау төшөүе ихтимал.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: