Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2010, 11:03

Иҫәпселәрҙе милиция һаҡлаясаҡ

БР буйынса Эске эштәр министрлығында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа иҫәпселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын үткәреү ҡаралған. Бында тораҡ пункттар территорияһында патруллекте көсәйтеү, иҫәп алыу һәм инструкторҙар участкаһында дежурҙа тороу, иҫәп алыу өсөн социаль имен булмаған граждандарға барғанда иҫәпселәрҙе оҙатып барыу кеүек саралар инә.
Эске эштәр органдары изоляторҙарында ултырған кешеләрҙән, сит ил граждандарынан, депортацияланырға тейешле кешеләрҙән, даими теркәлеү урыны булмағандарҙан, административ язаға тарттырылғандарҙан һорау алыуға айырым иғтибар бирелә.
Был сараларҙа эске эштәр бүлектәренең 3 меңдән ашыу хеҙмәткәрен, шәхси һаҡ предприяиеларының 250 хеҙмәткәрен йәлеп итеү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: