10:04 (UTC+5), 15 Октября 2010

Өфөлә «Социаль шылтыратыу» акцияһы дауам итә

Эльмира Сабирова
Өфөлә 12 октябрҙә башланған «Социаль шылтыратыу» акцияһы 21 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ҡаланың «ИНДИГО» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге уны ҡатмарлы хәлгә дусар булған кешеләргә квалификациялы ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрә. Психологтар, психотерапевтар, юристар, министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре, ял көндәренән тыш, көн һайын 16 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем һорауҙарға яуап бирә. Телефон — 223-22-11. Белгестәр акцияны бер нисә йүнәлешкә бүлде. Мәҫәлән, йома көндө, 15 октябрҙә социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса студенттарҙан һәм студенттар ғаиләләренән шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Дүшәмбе көнө, 18 октябрҙә, балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемаһы менән осрашыусылар шылтырата ала, 19 октябрҙә – шартлы хөкөм ителеүселәрҙе һәм хөкөм язаһы срогын тултырып ҡайтыусыларҙы социаль яҡлау һәм реабилитациялау мәсьәләләре буйынса, 20 октябрҙә – балалар һәм үҫмерҙәр араһында криминаль әүҙемлекте иҫкәртеү буйынса, 21 октябрҙә – яңғыҙлыҡ, социаль етемлек һәм өлкән йәштәге граждандар менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемалары буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика