06:43 (UTC+5), 15 Октября 2010

Башҡортостандың иң канцерогенлы ҡалалары – Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат

Светлана Ғәфүрова
Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары халҡына рак менән ауырыу хәүефе янай. Шундай һығымтаға килгән Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы белгестәре.
Был идаралыҡтың социаль-гигиена мониторингы бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирина Байкина Өфөлә Экологик форумда ҡатнашыусыларға һәр төрлө зарарлы эффекттар һөҙөмтәһендә халыҡ һаулығына янаған хәүефте иҫәпләү һәм баһалау методикаһы хаҡында һөйләне. Бер мең кешегә берҙән артыҡ ауырыу осрағы тура килеүе зарарлы эффекттар һөҙөмтәһендәге хәүефтең юғары булыуын аңлата. Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта онкология менән ауырыу мөмкинлеге был методика буйынса һәр мең кешегә 1,8 - 5 кеше тип табылған. Өфөлә хром һәм мышаяҡ кеүек химик бысратыусылар буйынса канцероген хәүефе үтә юғары. Ул бер меңгә 224 осраҡ тәшкил итә.
Белгес фекеренсә, зарарлы матдәләрҙең тын алыу юлдарына тәьҫире иң ҙур хәүефтәрҙән һанала. Улар иммунитеттың кәмеүенә, ҡан барлыҡҡа килтереүсе органдар һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына һәм онкологияға килтерә.
Республикала бер йылда яҡынса алты мең кеше рактан үлә. Был ауырыу арҡаһында кешеләр үлеменең һәр береһенән зыян ете миллион һум менән баһалана.
Үрҙә һаналған өс ҡалала канцероген хәүефе шул тиклем юғары, шуға ла саң ҡағырға һәм дәүләт кимәлендә саралар күрергә ваҡыт, тип иҫәпләй Ирина Байкина.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика