05:00 (UTC+5), 13 Октября 2010

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан тантаналы осрашыу үтте

"Башинформ"
Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, Республика көнөн уңайынан тантаналы осрашыу үтте.
«Башинформ» агентлығына РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ижтимағи-сәйәси бүлеге начальнигы Азат Ғәфүровтың хәбәр итеүенсә, осрашыуҙа тәбрикләү һүҙе менән БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров сығыш яһаны. Ул, атап әйткәндә, былай тине:
— Бына 20 йыл инде беҙ төп милли байрамыбыҙ – Республика көнөн билдәләйбеҙ. Башҡортостан бөгөн – ҡеүәтле иҡтисади потенциалы булған төбәк һәм ул Рәсәй Федерацияһының иң уңышлы төбәктәре иҫәбендә. Беҙ бының менән ғорурланабыҙ. Әммә был ошоноң менән тынысланырға мөмкин булыуын аңлатмай. Иҡтисад үҫешенең инновацион төрөнә күсеү – бөгөнгө көн талабы. Заманса технологиялар һәм фәнни эшләнмәләр республикабыҙ предприятиеларында ҡулланылырға тейеш. Һәм РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге был мәсьәләне хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша.
Абруйлы ҡунаҡтар араһында осрашыуҙа Рәсәй Президенты Хакимиәте, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, Мәскәү Хөкүмәте, РФ субъекттары вәкиллектәре вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, башҡорттар яҡташтар клубы ағзалары булды.
Осрашыу дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Кисәлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ишморат Илбәков, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роза Хәбибуллина, Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыкаль колледжы студенты Айтуған Ғәйзуллин сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика