Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
20+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2010, 11:30

Көнбағыш өфөлөләр сәләмәтлеге өсөн иң зарарлы продукт тип танылған

Өфөлә һатылған көнбағыш химик күрһәткестәр буйынса иң бысраҡ продукт тип табылған. Был турала ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова хәбәр итте.
— 2009 йылда Өфөлә аҙыҡ-түлек сеймалының һәм продукттарының өс меңдән ашыу өлгөһө тикшерелде, - тине ул. – Шуларҙан физик-химик күрһәткестәр буйынса нормаларға 44 өлгөһө тап килмәне. Көнбағыштан тыш иң бысранғандар иҫәбенә консервалар, балыҡ продукттары, он-ярма тауарҙары, балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек продукттары, алкоголь эсемлектәр һәм һыра инде. Балыҡ продукцияһы, традицион булмаған технология буйынса етештерелгән кулинар продукция һәм минераль һыу микробиологик күрһәткестәр буйынса ныҡ бысранғандар иҫәбенә ҡарай.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: