08:49 (UTC+5), 08 Октября 2010

«Баҫҡыстар» балалар ижады конкурс-фестивале старт алды

Эльмира Сабирова
«Тыныслыҡ һәм бәхет һинең устарыңда» — балаларҙың әҙәби һәм художестволы ижады, тыуған яҡты өйрәнеү һәм журналистика буйынса «Баҫҡыстар» Төбәк-ара конкурс-фестиваленең девизы ошолай яңғырай. Ижади ярыш «Һәләтле балалар» Президент программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙан эштәр ҡабул ителә башлаған да инде. 1 - 15 октябрҙә ситтән тороп ҡатнашыу этабы үтә, икенсе этапта балалар 2-3 ноябргә Өфөнөң 26-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә саҡырыласаҡ.
Еңеүселәр өс йәш төркөмөндә билдәләнәсәк: 1-4, 5-8, 9-11 кластар.
Фестиваль биш номинация буйынса үткәрелә — «Йәш тыуған яҡты өйрәнеүсе» — республиканан һәм төбәктәрҙән мәктәптәрҙең, гимназияларҙың, лицей, клубтар, музейҙар, берекмәләрҙең тикшеренеү эштәре ҡабул ителә;
«Йәш шағир» — үҙҙәре яҙған әҙәби әҫәрҙәр ҡабул ителә – шиғырҙар, өсәүҙән аҙыраҡ һәм бишәүҙән күп түгел; «Йәш прозаик» – өс хикәйә йәки повестар ебәрергә кәрәк; «Йәш рәссам» — һүрәттәреңде, графикала, скульптурала башҡарылған эштәреңде ебәрергә кәрәк (өсәүҙән артыҡ түгел), эштәр электрон төргә әйләндерелгән фотоһүрәттәр булһа ла ярай; «Йәш журналист» —журналистиканың теләһә ниндәй жанрында яҙылған эштәр (репортаж, интервью, очерк һәм башҡалар).
Конкурсты ойоштороусылар — БР Мәғариф министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика