Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Йәмғиәт
8 Октября 2010, 11:35

10 октябрҙә "Аҡбуҙат"та Республика көнө уңайынан ат сабыштары үтә

Йәкшәмбе, 10 октябрҙә, Өфөләге Таһир Күсимов исемендәге халыҡ-ара "Аҡбуҙат" ипподромында Республика көнөнә арналған ат байрамы үтәсәк.
Программала төрлө йәштәге аттар өсөн иң ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Бәйгеләрҙә бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ярыштар еңеүселәре һәм призерҙары, бихисап бүләктәргә эйә булған һәм рекордтар ҡуйған ипподромдың иң яҡшы юртаҡтары һәм сабыш аттары менән билдәле һыбайлылары ҡатнашасаҡ.
Сара 14 сәғәттә башлана.
Автор:Рауил Рамаҙанов
Теги:анонс
Читайте нас