04:04 (UTC+5), 07 Октябрь 2010

Өфө Республика көнөнә әҙерләнә

Евгений Рәхимҡолов
Өфө Республика көнөн байрам итергә әҙерләнә. Шаршамбы көндө Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында ҡала башлығы Павел Качкаевты хәбәр итеүенсә, байрам саралары 11 октябрҙә сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ. Республика етәкселеге ҡатнашлығында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк тантаналы сара ла был юлы 11-енә күсерелгән. Ошондай уҡ йыйылыштар Өфөнөң бөтә ете районында ла үтәсәк.
Сәғәт 12-лә В.И.Ленин исемендәге майҙанда йәштәр байрамы башланасаҡ, ә 16 сәғәттә уны «Йөрәгем һинең менән, тыуған Башҡортостан» байрам программаһы алмаштыра.
Ошо уҡ көндө байрам саралары йәнә ҡала мәҙәниәт һәм ял парктарында, «Моторҙар эшләүсе», «Дуҫлыҡ», «Орджоникидзе» мәҙәниәт һарайҙары алдындағы майҙандарҙа, Башҡорт дәүләт филармонияһында, Өфө татар дәүләт «Нур» театрында үтәсәк. Республика көнөнә ҡарата Өфөлә шахмат буйынса ҡала йәштәр кубогы, трамплиндан һикереү буйынса ҡала беренселеге, тау туризмы буйынса ҡала кубогы һәм башҡа төрлө спорт сараларын үткәреү ҙә ҡаралған.
Байрам 11 октябрҙә 22 сәғәттә Ленин исемендәге майҙанда фейерверк менән тамамланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика