10:42 (UTC+5), 06 Октября 2010

Ике йылда Өфөлә авария хәлендәге йорттарҙан 4,2 меңдән ашыу кеше күсерелгән

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә 2008 йылдан алып 4,2 меңдән ашыу кеше иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсерелгән. Был турала шишәмбе көндө ҡала хакимиәте башлығындағы оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһының «Күсемһеҙ милек үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Владислав Никитин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, кешеләрҙе күсереү республиканың дүрт маҡсатлы программаһына ярашлы алып барыла. Ҡалала 88 иҫке йорт һүтелгән һәм 21 яңы йортта халыҡ йәшәй башлаған. Йәнә ике яңы йорт йыл аҙағына тиклем йәшәүселәрен ҡабул итәсәк.
Өфөлә иҫке торлаҡты һүтеү буйынса маҡсатлы программаларҙы финанслауҙың дөйөм күләме 2,2 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итә.
— Был программаларҙан ыңғай һөҙөмтәләр көтөлә, - тине Владислав Никитин. – Дөйөм алғанда Өфөлә йәмғеһе 59 мең квадрат метрлыҡ 152 иҫке һәм авария хәлендәге йорт һүтелергә тейеш. Шул уҡ мәлдә 5646 кеше яңы торлаҡ аласаҡ.
Әлеге ваҡытта граждандарҙы иҫке торлаҡтан яңыһына күсереү процесы тулы ҡеүәтендә алып барыла, һәм маҡсатлы программалар менән планлаштырылған күләм йыл аҙағына тиклем үтәләсәк, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Владислав Никитин фекеренсә, тәҡдим ителгән торлаҡҡа күсергә риза булмаған граждандар менән башланған суд процестары ғына программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы ваҡытында тамамлауға берҙән-бер кәртә булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика